Ошо көндәрҙә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы вәкилдәре килеп, Учалы районындағы Өргән күле мәсьәләһе буйынса осрашыу үткәрҙе.
Тәбиғәт ҡомартҡыһы яҙмышына битараф булмағандар һуңғы ун йылда проблеманың киҫкенләшеүен, Өргән күлендә һыу күләме кәмей барғанын билдәләне. Һуңғы йылда ғына һыуҙың ярҙан биш метрға алыҫлашыуы теркәлгән. Инициатив төркөмдөң фаразы буйынса, фәҡәт ошо сәбәпле күкһел-йәшкелт ләм үрсеп, күл ситендә “сәскә атыу” күренеше йышайған.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Алик Сәләхетдинов, проблема тураһында хәбәрҙарбыҙ, әммә комплекслы тикшереү үтмәйенсә, сәбәптәре тураһында ниҙер әйтеү иртәрәк, тип белдерҙе.
Урындағы халыҡтың фаразынса, күлдең һайығыуының төп сәбәбе Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының эшмәкәрлегенә ҡайтып ҡала. Таусылар техник ихтыяж өсөн һыуҙы Учалы күленән ала, ә Өргөн уның менән тоташҡан, тигән фекер белдерҙеләр. Комбинат вәкилдәре иһә бөтә ятҡылыҡтарҙа ла (шул иҫәптән Ҡалҡан күлендә) һыу кимәле төшөүгә баҫым яһаны, йәғни бының тәбиғәт күренеше булыуы ла ихтимал.
Һәр хәлдә, комбинаттың баш экологы Олег Данилов, Өргөндө сәләмәтләндереү сараларын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашасаҡбыҙ, тип ышандырҙы.
“Күлдә һыуҙың кәмеүе борсолоу тыуҙыра. Ошо сәбәпле уның көҙгөһө һуңғы йылдарҙа цианобактериялар менән ҡаплана. Һыу объекты кисекмәҫтән реабилитациялауҙы талап итә, әммә бының өсөн проблеманың сәбәбен асыҡларға кәрәк. Ошо арала был мәсьәлә менән Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре шөғөлләнә башлаясаҡ. Законды күҙәтеп, күлде сәләмәтләндереү буйынса саралар комплексын төҙөү мотлаҡ”, - тине Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы “Экология” тематик майҙансығы модераторы Морат Шафиҡов.