Быйылғы көҙ алтынға мансылған сентябре, сыуаҡ, йылы октябре менән ҡыуандыра. Башланып торған аҙна ла беҙҙе аяҙ, матур көндәр менән һөйөндөрәсәк, ти синоптиктар.
Аҙна дауамында көндөҙгө һауа температураһы +14...+17 градус тәшкил итәсәк, төндә, әлбиттә, һыуыта, көҙ көҙлөгөн итә: -1...+2 градус.
Һауа торошо аҙна аҙағында үҙгәрә башлаясаҡ. Шәмбе-йәкшәмбелә көндөҙ +10...+12 градус тәшкил итеп, болотло көндәре, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙары менән көҙ үҙ хакимлығын яулай барасаҡ. Йылы көньяҡ еле һалҡынса көнбайыш еленә алмашынасаҡ.