Экология
17 Октябрь 2020, 10:30

Сираттағы еңеү ҡанаттар ҡуя

“Башҡортостан йөрәге” туристик кластеры Бөтә Рәсәй экотуризмды үҫтереү конкурсында өсөнсө урын яулаған!

Шәп яңылыҡ еткерәбеҙ: “Башҡортостан йөрәге” туристик кластеры (унда “Башҡортостан” милли паркы, “Торатау” геопаркы һәм “Еҙем” тәбиғәт паркы инә) Стратегик башланғыстар агентлығы ойошторған Бөтә Рәсәй экотуризмды үҫтереү конкурсында өсөнсө урын яулаған!
Беренсе урында – Камчатка, икенсе урында Приморьелағы “Леопард ерҙәре” проекты. Конкурста бөтәһе 85 төбәк ҡатнашҡан.
“Беҙҙең өсөн был еңеү – тулы күләмле туристик кластер булдырыу һәм республикабыҙҙың көньяҡ райондарына иҡтисади үҫеш өсөн яңы импульс биреүгә яҡшы мөмкинлек. Был биләмәләр бер иш үҫешәсәк, бер-береһен тулыландырасаҡ. Ҙур проектта урындағы халыҡ та ҡатнаша аласаҡ, яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк”, – тип яҙҙы бул турала социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Уның фекеренсә, туристик кластер эшҡыуарҙар һәм фермерҙар өсөн дә ҙур мөмкинлектәр асасаҡ.
“Улар ҡунаҡтарҙы урынлаштырасаҡ, ашатасаҡ, экскурсияларға йөрөтәсәк, сувенирҙар һәм экологик таҙа аҙыҡ-түлек һатасаҡ. Беҙҙең пландар буйынса биләмәләребеҙҙе йыл әйләнеһенә Башҡортостандан һәм башҡа төбәк, илдәрҙән килгән туристар тултырып торасаҡ. Республикабыҙға ҡунаҡханалар төҙөргә һәм туристик инфраструктураға аҡса һалырға әҙер бизнесты саҡырабыҙ. Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан туристик кластерҙағы эшҡыуарҙарға ярҙам итергә әҙербеҙ: һалым ташламалары бирәсәкбеҙ, юлдар һәм экологик һуҡмаҡтар төҙөйәсәкбеҙ, шул иҫәптән алыҫ туристик урындарҙа ла”, – тип яҙҙы төбәк етәксеһе.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, беҙҙең маҡсат – Башҡортостанда бөтә донъянан туристарҙы йәлеп итеп торған үҙәк булдырыу һәм уның ярҙамында республиканың көньяҡ райондары иҡтисадын үҫтереү.
“Был еңеү яңы барлыҡҡа килгән “Торатау” геопаркы өсөн дә яҡшы мөмкинлек, беҙ уны ла ЮНЕСКО-ның бөтә донъя геопарктары селтәренә индерергә планлаштырабыҙ. Туризм буйынса дәүләт комитетына, Хөкүмәт һәм Башҡортостандың ҡала һәм ауылдарын үҫтереү институтына рәхмәт, бөтәгеҙҙе лә еңеү менән ҡотлайым! Был беҙҙең идара итеү командаһының сираттағы берҙәм хеҙмәте һөҙөмтәһе”, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Бәйләнештә.
Читайте нас