Башҡортостан делегацияһы 26-28 октябрҙә Һарытау ҡалаһында үтәсәк ”Экологик форсайт” II Бөтә Рәсәй ғилми-ижтимағи форумында ҡатнаша.
Был турала республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр иттеләр. Беҙҙең делегация составында профессиональ экологтар, ғалимдар, тәбиғәтте һаҡлау өлкәһе белгестәре, студенттар, экоәүҙемселәр буласаҡ.
Форумдың программаһы киң: көнүҙәк экологик проблемаларҙы хәл итеү, йәш тикшеренеүселәр өсөн конкурстар, студенттарға "түңәрәк өҫтәл"дәр, алдынғы ғалимдар, экология уҡытыусылары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында панель сессиялар планлаштырылған. Фәнни-ғәмәли конференцияла хәүефле сәнәғәт объекттарын экологик мониторинглау мәсьәләләре ҡараласаҡ, панель сессияларында халыҡты экологик яҡтан ғәмәлдәр менән таныштырасаҡтар, ыңғай тәжрибәләр менән уртаҡлашасаҡтар, форсайт-сессияла яңы идеялар әҙерләнәсәк. Йәш ғалимдар үҙҙәренең экологик эшләнмәләрен тәҡдим итәсәк.
"Башҡортостан күп йылдар рәттән уңышлы экологик акцияларҙы тормошҡа ашыра, ҙур тәжрибә тупланған, – тине министрлыҡ вәкиле Ринат Фәтҡуллин. – Шуға күрә форумда үҙебеҙҙең эко-ағартыу акциялары тураһында һөйләйәсәкбеҙ. Шуныһын билдәләйем, Башҡортостан Бөтә донъя таҙалыҡ көндәре үткәреү буйынса алдынғы төбәктәр араһында. Быйыл сара 19 сентябрҙә үтте, унда 76 мең кеше ҡатнашты. Кисә генә “Йәшел Рәсәй” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашҡандар һаны буйынса ла республиканың беренсе урында булыуын белдек. Унда 86 мең кеше ҡатнашты.
Беҙҙең делегация “Йәшел Башҡортостан” проектын тормошҡа ашырыу, “Йәшел патруль” тәбиғәтте һаҡлау проекты тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ, төбәктә юридик шәхестәргә ярҙам итеү буйынса эко-консалтинг үҙәктәре булдырыу тураһында һөйләйәсәк.