Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онлайн тәртибендә эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда “Торатау” геопаркын ойоштороу проектын тормошҡа ашырыуҙың арауыҡтағы йомғаҡтары һәм уның үҫеш мөмкинлектәре тикшерелде.
“Торатау геопаркы” фән, мәғариф, экология, мәҙәниәт һәм туризм үҙәгенең генераль директоры Айнур Саманов әйтеүенсә, был биләмә байтаҡ халыҡты йәлеп итеп тә өлгөрҙө. Быйыл йәй бер ял көнөндә генә Торатауға 700-ҙән ашыу кеше артылған. Геопарктағы экскурсия маршруттары ла ҙур танылыу яулаған.
Геопарк ингән “Башҡортостан йөрәге” туризм-рекреация кластерының ҡеүәте федераль кимәлдә лә юғары баһаланды. Проект Рәсәй Хөкүмәте ярҙамы менән Стратегик башланғыстар агентлығы ойошторған Рәсәй конкурсында алдынғы өсәү иҫәбенә инде. Геопарк составындағы Воскресенский ауылында арт-үҙәк ойоштороу концепцияһы уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың Рәсәй конкурсында “Тарихи биләмә” категорияһында еңеүсе тип танылды. Парк ошо проектты тормошҡа ашырыуға федераль ҡаҙнанан 45,4 миллион һум аҡса ала.
– Бар командағыҙҙы ҡотлайым. Был бик ҙур уңыш, – тине Радий Хәбиров. – “Торатау” геопаркы менән әле генә шөғөлләнә башланыҡ, барыһы ла алда әле.
Республика Башлығы биләмәне үҫтереү мөмкинлеген юғары баһаланы һәм ошо йүнәлештәге эште дауам итергә ҡушты. Радий Хәбиров, шихандарҙың үҙенсәлекле үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын һаҡлап ҡалыуға айырым иғтибар бирелергә тейеш, тип билдәләне. Бынан тыш, төбәк етәксеһе Ҡуштау шиханын “Торатау” геопаркы составына индереүҙе тиҙләтеү бурысын йөкмәтте.