Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Әбйәлил районының Ҡужан ауылы янындағы тәбиғәт ҡомартҡылары тип һаналған 11 төп өлтөк (бөҙрә) ҡарағастарҙы билдәһеҙ кешеләр тамырынан ике яҡлап ҡырҡҡан ине. Был хәл бөтә республика халҡын шаҡ ҡатырҙы, уникаль ҡарағастарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн төрлө ҡала һәм райондарҙан тиҫтәләрсә кеше йыйылды, Әбйәлил район хакимиәте етәкселеге урмансылар, ғалимдарға мөрәжәғәт менән сыҡты, бар яҡлап кәңәш һәм ярҙам һораны. Эске эштәр бүлеге тарафынан был ваҡиға буйынса енәйәт эше асылды.
Ваҡиғаның урынында булыусылар, үҙ күҙҙәре менән күргән кешеләр ҡарағастарҙың өнһөҙ һыҡтауына йәнә бер ҡат шаһит булды һәм уларҙың артабан үҫеп китәсәгенә шик белдерҙе, сөнки енәйәт ҡылыусылар ҡарағастарҙың артабан бөтөнләй ҡороуын шул тиклем теләп, үҙҙәренең ҡара эшен башҡарған. Шулай ҙа һәр кемде өмөт йәшәтә, мөғжизәнең дә булыуы мөмкин бит әле. Кем белә, бәлки 400 йылдан ашыу торған ҡарағастарҙың ботаҡтары яҙын йәнә йәшел энәләр менән ҡапланыр...
Тәбиғәткә битараф булмаусылар ағастарҙың олонона ел үтеп, уны киптермәһен өсөн полиэтилен рулондар менән уратып сыҡты. Райондың төрлө төҙөлөш ойошмалары тарафынан килтерелгән материалдар менән ҡарағастар ел-дауылға аумаһын өсөн бар яҡлап терәп ҡуйылды. Тәү ҡарашҡа ҡулдан килгәндең барыһы ла эшләнде кеүек, әммә күңелдә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ төйөр ҡалды. "Кемдең ҡулы шундай аҙымға барҙы икән?" тигән һорау һәр кемдең мейеһенә тынғылыҡ бирмәй. Хатта аслыҡ, ҡоролоҡ, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла өлтөк (бөҙрә) ҡарағастар һаҡланып ҡалына, бөгөн ул кешеләр ҡулынан юҡ ителә...
Фото: "Бәйләнештә"ге социаль селтәрҙән.