Экология
3 Ноябрь 2020, 11:00

Быйылғы ҡыш ниндәй булыр?

Синоптиктар алда торған миҙгелгә ҡағылышлы күҙаллауҙар менән таныштырҙы. Шулай уҡ һеҙҙең иғтибарға - алдағы көндәргә һауа торошо.

Синоптиктар алда торған миҙгелгә ҡағылышлы күҙаллауҙар менән таныштырҙы.
Рәсәйҙә быйылғы ҡыш былтырғыһы менән сағыштырғанда һыуығыраҡ буласаҡ, тип белдерҙе Гидрометүҙәк етәксеһе Роман Вильфанд.
Синоптиктар әйтеүенсә, былтырғы ҡыштағы һауа торошон башлыса Атлантик океан өҫтөндә барлыҡҡа килгән йылы һауа массалары билдәләне. Улар Рәсәйҙең Европа өлөшөнә генә түгел, хатта Урал һәм Себергә лә тәьҫир итте. Һөҙөмтәлә, былтырғы ҡыш элеккеләре менән сағыштарғанда йылыраҡ булды. “Быйыл ундай хәл-торош күҙәтелмәйәсәк”, - ти синоптиктар. Әммә, улар әйтеүенсә, барыбер ҡыштың уртаса температураһы норманан юғарыраҡ буласаҡ. Йәғни, беҙҙе былтырғыға ҡарағанда һыуығыраҡ, әммә башҡа йылдар менән сағыштырғанда “йомшағыраҡ” ҡыш миҙгеле көтә.
Башҡортостанға килгәндә, көндәр ныҡлап декабрҙә һыуытасаҡ (-16 градусҡа тиклем) тип көтөлә.
Ә алда беҙҙе һалҡынса көҙгө көндәр көтә. 3-5 ноябрь арауығында яуым-төшөм көтөлмәй, ә йоманан республика биләмәһендә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар башлана. Көндөҙгә һауа температураһы +4...+8, төндәгеһе -2...0 градус тәшкил итәсәк.
Фото: ok.ru
Читайте нас