Бөтә яңылыҡтар
Экология
4 Ноябрь 2020, 14:00

Мәғлүмәт өсөн — 100 мең һум

Ҡужан ауылы янындағы өлтөк (бөҙрә) ҡарағастарҙы ҡырҡҡан кешеләр хаҡында мәғлүмәт өсөн аҡса түләйәсәктәр.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Әбйәлил районының Ҡужан ауылы янындағы бик уникаль ҡарағастарҙы — тәбиғәт ҡомартҡыларын вәхшиҙәрсә ҡырҡыуҙары тураһында хәбәр иткәйнек инде. Район етәкселеге тарафынан уны нисек тә һаҡлап ҡалыу буйынса эштәр башҡарыла, енәйәтселәрҙе эҙләү дауам итә.
"Башҡортостандың йәшел ҡалҡаны" ойошмаһы ағзалары хәбәр итеүҙәренсә, өлтөк (бөҙрә) ҡарағастарға ҡул күтәргән әҙәм аҡтыҡтары тураһындағы мәғлүмәт еткереүсегә 100 мең түләйәсәктәр. Әммә мәғлүмәттең дөрөҫлөгө кәрәк, аноним шылтыратыуҙарҙың да булыуы ихтимал. Нисек кенә булмаһын, йөҙйәшәр ҡарағастарға һул һуҙған вәхшиҙәр язаһын алырға тейеш.
Әлеге ваҡытта район хакимиәте етәкселеге, белгестәр, урындағы халыҡ һәм тәбиғәткә битараф булмаусылар тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалыу өсөн барыһын да эшләй.
Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.
Читайте нас: