Бөгөн, 13 ноябрҙә, Салауат районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция тәртибендә “Янғантау” геопаркы үҫеше мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үткәрҙе.
Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов быға тиклем башҡарылған эштәр һәм геопаркты артабан үҫтереү пландары тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе.
"Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығындағы эш төркөмө инвестициялар йәлеп итеү, юл буйы сервисын үҫтереү, глэмпингтар – мобиль туристик йорттар төҙөү кеүек бурыстар менән шөғөлләнә. Беҙ “Янғантау” геопаркына “1-се геопарк” тигән исем ҡушырға тәҡдим итәбеҙ. Был бренд проекттың имиджын күтәреү һәм инвестиция йәлеп итеү йәһәтенән ярҙам итәсәк", – тине вице-премьер.
Тәбиғәт объекттарынан тыш, геопарк үҙ эсенә “Алтын ҡаҙаҡ” геология музейын, “Каруанһарай” этнография комплексын, Салауат Юлаев исемендәге паркты, органик ер эшкәртеү үҙәген, халыҡ-ара геомәктәптә уҡығандар өсөн кампусты, саңғы комплексын аласаҡ. Рөстәм Моратов белдереүенсә, 2021 йылда проект эштәрен башҡарып бөтөргә, 2022 йылда был объекттарҙы төҙөй башларға кәрәк. Яҡынса сығымдар күләме 435 миллион һум буласаҡ. Артабан был 2024 йылға тиклем яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса 30 миллиард һум самаһы бюджеттан тыш инвестициялар йәлеп итеүгә булышлыҡ ҡылырға тейеш.
Башҡортостан Башлығы республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаевҡа “Янғантау” геопаркы биләмәһендә юлдар торошо, уларҙы ремонтлау, туристар ағымын иҫәптә тотоп, яңыларын төҙөү буйынса мәғлүмәт әҙерләргә ҡушты. Яҡын арала министрлыҡ профилле ведомстволар менән берлектә юл төҙөүҙең беренсе сиратта торған йүнәлештәрен билдәләйәсәк.
– “Торатау” геопаркы буйынса миңә барыһы ла аңлашыла: кемдәр инвесторҙар һәм улар беҙгә нимә тәҡдим итә. Унда бөгөндән буласаҡ объекттар өсөн коммуникациялар, заманса юл буйы сервисы формалаша башланы, – тине Радий Хәбиров. – Ә “Янғантау” геопаркы буйынса һаман һорауҙар күп әле.
Төбәк етәксеһе 10 декабргә тиклем “Янғантау” геопаркын үҫтереү буйынса ентекле юл картаһын эшләргә ҡушты.
Билдәле булыуынса, ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя милли геопарктар селтәре булдырыу буйынса махсус программаһы 2002 йылдан алып ғәмәлдә. 2004 йылда ЮНЕСКО ярҙамы менән Глобаль геопарктар селтәре булдырылды, унда донъяның 44 илендәге 161 геопарк инә.
Глобаль геопарктар селтәренең төп маҡсаты – халыҡ-ара әһәмиәттәге геология объекттары нигеҙендә биләмәнең тотороҡло иҡтисади үҫеше моделен булдырыу. Был тәбиғәт, мәҙәниәт һәм кешеләр тормошоноң башҡа аспекттары менән бәйләнештә алып барыла. Әйткәндәй, ЮНЕСКО геопаркы статусы ни бары дүрт йылға ғына бирелә. Уны артабан дауам итеү өсөн өҫтәмә тикшереүҙәр үтергә кәрәк.
2017 йылда барлыҡҡа килгән “Янғантау” геопаркы Салауат районында урынлашҡан. Ул геология, биология, тарихи һәм мәҙәни мираҫ объекттары комплексын тәшкил итә. Биләмәһендә халыҡ-ара әһәмиәттәге геология объекттары урынлашҡан: Мәсетле, Оло Бөгөл, Лаҡлы һәм Янғантау тауы киҫелештәре.
2020 йылдың 10 июлендә ЮНЕСКО Башҡарма советының 209-сы сессияһында “Янғантау” геопаркы Рәсәйҙә беренсе булып ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктары исемлегенә индерелде.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.