Экология
16 Ноябрь 2020, 17:30

Ерҙе һаман ағыулайҙар...

Башҡортостандың “Россельхознадзор” идаралығы хеҙмәткәрҙәре Өфө районының Николаевка ауыл советына ҡараған ерҙәрҙе тикшерҙе.

Башҡортостандың “Россельхознадзор” идаралығы хеҙмәткәрҙәре Өфө районының Николаевка ауыл Советына ҡараған ауыл хужалығы ерҙәрен тикшергән. Биләмәне “Николаевская” агрофирмаһы ҡуртымға алған булған.
Ошо ерҙең 5,5 һәм 37 гектарында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары табылған да инде. Улар “Өфөводоканал” ойошмаһының ләме булып сыға. Лаборатория тикшереүе күрһәтеүенсә, ер ҡаты металл ҡалдыҡтары – кобальт, цинк һәм нитраттар менән ағыуланған.
“Россельхознадзор” әле ғәйеплеләрҙе яуапҡа тарттырыу өсөн саралар күрә, рейд ваҡытында теркәлгән ваҡиға буйынса материалдар хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырылған.
Шуны билдәләргә кәрәк: “Өфөводоканал” йыл башында ла ошо уҡ ауыл эргәһендәге 12 гектар майҙанға ләм ҡалдыҡтары сығарып түккәйне. Ауыл халҡы насар еҫкә зарланғас, Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров ваҡиға урынына барҙы, һуңынан төрлө ведомстволарға мөрәжәғәт итте. Әммә, күренеүенсә, ерҙе ағыулау дауам итә.
Фото: "Россельхознадзор".
Читайте нас