Йоҡлай алмай аҙапланған урман хужаһының эҙҙәренә парк хеҙмәткәрҙәре юлыҡҡан. Айыу Нөгөш йылғаһы буйындағы Таллы тауын гиҙгән, моғайын, йоҡо өсөн урын эҙләгәндер.
Милли парк хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, башҡа айыуҙар йоҡоға киткән. Ғәҙәттә, улар ҡар ятып, һауа торошо һыуына башлағас йоҡоға тала. Был мәл октябрь аҙағы – ноябрь баштарына тура килә. Белгестәр иһә тилереп йөрөгән айыуҙың тамағы туймаған тип фаразлай.
Фото: "Башҡортостан" милли паркы.