Экология
20 Ноябрь 2020, 12:30

Вандалдар өсөн ҡиммәттәр юҡ...

Улар парктағы мәғлүмәт стендтарын, беседкаларҙы емерә, үҙҙәре артынан ярыҡ шешәләр, сүп-сар ҡалдыра.

Салауат районында урынлашҡан Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән “Мәсетле” геология киҫелеше “Янған-Тау” геопаркының төп иҫтәлекле урындарының береһе һанала.
Уникаль тәбиғәт һәйкәле - 15 геология эпохаһынан торған ҡатламдарҙы кәүҙәләндереүсе асыҡ ҡая, ер йөҙөнөң һуңғы 280 миллион йыл арауығында нисек формалашыуын күрһәтеүсе әсбап. Объектты тикшереү өсөн донъяның төрлө яғынан ғалимдар килә. Киләсәктә бында геология музейы төҙөләсәк тип күҙаллана.
Әммә, кемдәрҙер өсөн Бөтә донъя мираҫы сүп кеүек. Геопарктың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә вандалар парктағы мәғлүмәт стендтарын, беседкаларҙы емергән, үҙҙәре артынан ярыҡ шешәләр, сүп-сар ҡалдырған.
Полиция вандалдарҙы эҙләй, зыян күләме иҫәпләнә.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас