Экология
28 Ноябрь 2020, 15:00

420 майҙансыҡ файҙаланыуға тапшырылды

Ихата биләмәләрендә ҡыҙыл, һары һәм күк төҫтәге заманса евроконтейнерҙар барлыҡҡа килә.

Баш ҡалабыҙҙа ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым туплау системаһын ғәмәлгә индереү дауам итә. Өфөләге ихата биләмәләрендә ҡыҙыл, һары һәм күк төҫтәге заманса евроконтейнерҙар барлыҡҡа килә.
Быйыл туғыҙ айҙа баш ҡалала 230 мең тоннанан ашыу коммуналь ҡалдыҡ йыйылған һәм ситкә сығарылған, шул иҫәптән 58 мең тоннанан ашыуы эшкәртеүгә ебәрелгән. Әле “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” предприятиеһының төбәк операторы хеҙмәтләндергән биләмәлә ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу буйынса 420 майҙансыҡ файҙаланыуға тапшырылған.
Был саралар халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәт сифатын яҡшыртыу һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” федераль проектындағы һөҙөмтәлелек күрһәткестәренә өлгәшеү мөмкинлеген бирә.
Әйткәндәй, сүп-сарҙы айырым йыйыу дөйөм белем биреү ойошмаларында ла әүҙем ғәмәлгә индерелә. Бөгөн мәғариф учреждениеларында коммуналь ҡалдыҡтар өсөн 732 махсус контейнер һатып алынған.
Фото: ufacity.info
Читайте нас