Стәрлетамаҡта эсәр һыу сифатын яҡшыртыу йәһәтенән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу дауам итә.
“Таҙа һыу” проекты нигеҙендә Өфөнөң газ компанияһы һыуҙы таҙартыуҙың мембраналы алымын ғәмәлгә индереү буйынса күләмле эш башҡара. Был алым ташҡын һәм яуым-төшөм ваҡытында һыуҙың болғансыҡлығын бөтөрөү мөмкинлеген бирәсәк. Килешеүҙең дөйөм хаҡы – 432,9 миллион һум.
Проект ике йылға иҫәпләнә. Бөгөн ҡорамал һәм уның иҫке нигеҙе һүтелгән. Уйымдар ҡулайлаштырылған, бинаның ҡыйығы яңыртылған, тәҙрәләр ҡуйылған. Яңы ҡорамал өсөн нигеҙ һалынған, иҙән түшәлгән, фасад төҙөкләндерелгән. “Межрайкоммунводоканал” муниципаль унитар предприятиеһы насос бинаһындағы йылылыҡ системаһын йүнәткән, подрядсы әле эске биҙәү эшенә тотонған.
Декабрҙә бында фильтр һәм ультрафильтрация системаһын ғәмәлгә индереү күҙаллана. Әле ҡорамал таможня контролен үтә.
#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан