Баймаҡ районының йөҙөк ҡашы Талҡаҫ күленә тәбиғәт һәйкәле статусы биреү мәсьәләһе күптән иғтибар талап итә ине. Урал аръяғындағы иң ҙур һәм тәрән күлдәрҙең береһе һаҡлауға һәм яҡлауға мохтаж икәнлеген быйылғы йәй ҙә күрһәтте: тәбиғәт ҡосағында ял итергә теләгән туристар ағымы ҙур булды.
Әлеге мәлдә Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе тәбиғәт һәйкәле сиктәрен проектлау, һаҡлау зоналарын билдәләү менән шөғөлләнә башланы. Был эшкә биологтар, геологтар һәм экологтар йәлеп ителгән.
Ошо көндәрҙә Талҡаҫ күле буйына Рәсәй географик ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе ағзаларынан торған делегация барып ҡайтты. “Янғантау” геопаркын булдырыуға күп көс һалған геология-минерология фәндәре докторы Лариса Белан, биология фәндәре докторы Василий Мартыненко һәм биология фәндәре кандидаты Денис Мокеев район хакимиәтендә лә, урындағы халыҡ менән дә осрашыуҙар үткәрҙе.
- Ирәндек һырты буйында урынлашҡан берҙән-бер тау күле Талҡаҫтың торошо һуңғы йылдарҙа урындағы халыҡты ла, беҙҙе лә ныҡ борсой. Күлгә ял итергә килеүселәр бихисап. Улар яр буйында ут та яға, машиналарын да йыуа, музыка ла яңғырата. Тәбиғәт һәйкәле статусы моторлы кәмәләрҙә һәм һыу мотоциклдарында йөрөүҙе сикләйәсәк. Балыҡ ҡармаҡлау рөхсәт ителһә лә, һыу аҫтында балыҡ аулау (подводная охота) тыйыласаҡ. Тәбиғәт һәйкәле сиктәрендә файҙалы ҡаҙылмалар алыу, торбалар үткәреү һәм башҡа эштәр тыйыла. Рекреация зоналарында ваҡытлыса, нигеҙ төҙөмәй эшләнелгән биналар рөхсәт ителәсәк. Күл буйына автотранспорттың үтеүе сикләнәсәк, - тип белдерҙе Василий Мартыненко.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.