Экология
18 Декабрь 2020, 17:30

Матурлыҡты кемдәр булдыра?

“Флористика” компетенцияһы буйынса VI “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) төбәк чемпионаты тамамланды.

Өфөлә “Флористика” компетенцияһы буйынса VI “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) төбәк чемпионаты тамамланды.
Бөгөнгө йәмғиәттә көндәлек тормошҡа, ҡала мөхитенә иҫ китмәле матур сәскәләр һәм уларҙың хуш еҫен индергән һөнәрҙәр популярлыҡ яулай бара. Флорист – шундай һоҡландырғыс шөғөлдәрҙең береһе. Был тармаҡ белгесе кешеләр менән һөйләшә белергә, эшлекле, ижади һәм креатив ҡарашлы булырға тейеш. Йыш ҡына флорист хеҙмәте кешеләрҙең тормошондағы үтә мөһим ваҡиғаға бәйле була, шуға күрә ул клиент талаптарын үтәргә, яҡшы проекттар тәҡдим итергә бурыслы.
15 декабрҙән 17 декабргә тиклем Өфө эшҡыуарлыҡ, экология һәм дизайн колледжында “Флористика” компетенцияһы буйынса VI “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) төбәк чемпионаты үтте. Унда ике команда ҡатнашты: өлкән лига (16-22 йәшлектәр) һәм юниорҙар (14-16 йәшлектәр).
Өлкән лига командаһы:

1. Асҡар Дәүләтбаев
2. Рания Ғәйнуллина
3. Екатерина Фәйезова
4. Никита Прокофьев
5. Земфира Хөсәйенова

Юниорҙар командаһы:

1. Азалия Хәйҙәрова
2. Әминә Ғәлимуллина
3. Регина Ҡотломөхәтова
4. Динара Нуретдинова
5. Анастасия Рязанова.
Ситтән буйһондороҡһоҙ эксперт-флористар саҡырылды: топ-флорист Артур Ситников (“Клумба” компанияһы) һәм флорист Тимофей Скорняков (“Первый цветочный”).
Ҡатнашыусылар өсөн эштәр төрө модулдәргә бүленде: ҡул гөлләмәһе, образ янына гөлләмә, композиция, гөлләмә, кәләш өсөн биҙәүес, алмаштырыусы гөлләмә, туй мәжлесе өсөн өҫтәлде биҙәү.
"Флористика композицияһы булдырыу, бәләкәй гөлләмә булһынмы ул, ҙур инсталяциямы, флорист новаторлыҡ, ижад, профессионализм һәм талантын күрһәтергә тейеш", – тине чемпионатты ойоштороусылар.
Был тармаҡ хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен төрлө өлкәлә һынай ала. Кемдер ритейлдә эшләйәсәк һәм композиция менән гөлләмәләрҙе туранан-тура клиентына һатасаҡ. Шуға улар баҙар тенденцияларын тойорға һәм тиҙ арала яраҡлаша белергә тейеш. Юғары кимәл флористары халыҡ-ара кимәлдәге саралар өсөн сәскә инсталяциялары булдырыу өсөн заказдар ала. Улар теманы тойорға, күп һанлы команда менән эшләй белергә һәм сикле ваҡыт эсендә заказды үтәй алырға тейеш.
Чемпионат тамамланғас, унда ҡатнашыусылар һәм ҡатнашыусы-компатриоттарға Wordskills ҡатнашыу тураһында сертификаттар тапшырылған.
Фото: Урман хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас