Экология
25 Декабрь 2020, 18:00

Боҙға ҡуша туңғандар...

"Кемдер ябып ҡуйған. Шул сәбәпле һәләк булғандар..." - тип белдерҙе Хәмит Хөсәйенов.

Хәмит Хөсәйенов Ҡырмыҫҡалы районының Ҡушҡар күлендәге ғәҙәттән тыш хәлде видеоға төшөрөп, социаль селтәрҙәргә һалды.
Хәмит ағайҙың билдәләүенсә, был һыу ятҡылығына балыҡтар ыуылдырыҡ сәсеү өсөн инә. Көҙ иһә улар быуа буйлап кире Ағиҙелгә төшә. Ләкин быйыл быуаны кемдер ябып ҡуйған. Шул сәбәпле ҙур һыуға төшә алмаған балыҡтар һауа етмәүҙән һәләк булған. Һөҙөмтәлә боҙ менән ҡуша туңғандар. Башлыса ваҡ аҡ сабаҡ балыҡтары.
Рәлим ХАЖИЕВ, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы бүлеге белгесе:
- Был - тәбиғи күренеш. Кешенең ҡыҫылышы юҡ. Эргәлә ҙур сәнәғәт предприятиелары юҡ, балыҡтың ағыуланыу ихтималлығы мөмкин түгел. Балыҡ ыуылдырыҡ сәсеүгә ингән дә һыуҙың һайығыуы сәбәпле кире сыға алмаған. Беҙҙең белгестәр күлгә барҙы, хәлде тикшерҙе. Күлдә һәләк булған балыҡтар юҡ, улар барыһы ла 130 метр самаһы оҙонлоҡтағы йылғала йыйылған булған. Ошо сәбәпле һыуҙа кислрод кәмеп, балыҡ тонсоҡҡан.
Балыҡ тонсоҡмаһын өсөн күлдә мәкеләр эшләргә кәрәк булған. Йыл да февраль айынан министрлыҡ балыҡтарҙы тонсоғоуҙан һаҡларға саҡырған акциялар иғлан итә. Был сара йылға-күлдәрҙә балыҡтарҙы һаҡлап ҡалыуға шаҡтай ярҙам булып тора.
Фото: "Бәйләнештә".
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас