31 урмансылыҡтың пландарында урман, янғын һүндереү формированиелары, техникаһы һәм ҡорамалдары һаны, урман биләмәләрен ҡуртымға алыусылар тураһындағы мәғлүмәттәр, шулай уҡ ошондай сараларҙы утҡа ҡаршы көрәшкә йәлеп итеү, файҙаланыу тәртибе сағыла. Әле янғын һүндереү станцияларындағы махсус техника ҡыш һаҡлауға ҡуйылған, техник хеҙмәтләндереү тормошҡа ашырыла.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы, Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы Федераль урман хужалығы агентлығы менән 36,9 миллион һумлыҡ алты берәмек урман янғындарын һүндереү техникаһы һәм 36 берәмек ҡорамал һатып алыу тураһында килешеү төҙөгән.