Экология
2 Ғинуар 2021, 10:30

Ә һеҙ тағараҡ элдегеҙме?

Республика буйынса акцияла биш меңдән ашыу кеше ҡатнашты, өс меңдән күберәк тағараҡ эленде.

Бөгөн республикала “Ҡанатлы калейдоскоп” конкурсы ойошторолдо. Ул ике өлөшкә бүлеп үткәрелде.
Иртәнге сәғәт 10-дан Башҡортостандың Тәбиғәтте һаҡлау һәм экология министрлығы белгестәре, Республика балалар экология-биология үҙәге хеҙмәткәрҙәре онлайн тәртиптә тағараҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы. Төштән һуң һәр кем “Оҫта орнитолог” онлайн-викторинаһында ҡатнашып, орнитология буйынса белемен баһалай алды.
Екатерина КОШЕЛЕВА, Республика балалар экология-биология үҙәге етәксеһе:
- Билдәле булыуынса, ҡышҡыһын ҡоштарға аҙыҡ табыу ауырлаша. Уларға ошо осорҙо еңелерәк үткәреп ебәреү өсөн йыл да әлегеләй акциялар ойошторабыҙ. Быйыл ғына был сара онлайн тәртиптә үтте. Шулай ҙа райондарҙағы экология-биология үҙәктәре тәрбиәләнеүселәре акцияға дәррәү ҡушылды. Һәр кем ихатаһында ата-әсәһе менән бергә тағараҡ эшләп элде. Күпселек мәктәптәр беҙгә әүҙем ҡушылды. Республика буйынса сарала биш меңдән ашыу кеше ҡатнашты, өс меңдән күберәк тағараҡ эленде.
Ә һеҙ ҡоштарға ярҙам итәһегеҙме? Тағараҡ элдегеҙме? Фотолары менән уртаҡлашығыҙ.
Фото: Екатерина Кошелева.
Читайте нас