Экология
5 Ғинуар 2021, 10:30

Ҡалтасыла таҙа, ә һеҙҙә?

Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин белдереүенсә, был яҡтарҙа ҡар күп яуған, ысын ҡыш килгән. Бөгөн унда өмәләр үтә.

Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин белдереүенсә, был яҡтарҙа ҡар күп яуған, ысын ҡыш килгән. Бөгөн унда өмәләр үтә. Ғөмүмән, эргә-тирәне таҙа тотоуҙы ҡалтасылар күркәм йолаға әйләндергән.
Әйткәндәй, күп итеп ҡар яуыуы отошло ла. Тап ошо осорҙа балалар рәхәтләнеп тышта уйнай, тауҙар өйә, көрттә аунай. Шул уҡ ваҡытта саңғы юлдары ҡар менән тула.
Әлбиттә, бындай ҡыҙыу ваҡытта коммуналь һәм юл хеҙмәттәре лә эштәренә иртә таңдан егелә. Шул иғтибарға лайыҡ, акцияға бүтән ойошмаларҙың уңғандары ла дәррәү ҡушылған. Күмәкләгән – яу ҡайтарған тигәндәй, егәрлеләр үҙҙәренә беркетелгән майҙанды “һә” тигәнсә ҡарҙан таҙартҡан. Ҡалтасы ауылындағы балалар майҙансыҡтары, “Башҡорт ихаталары”, Еңеү паркы һәм башҡа урындар шуға асыҡ миҫал.
Фото: Ҡалтасы районы хакимиәте.
#НовогоднийКалендарь
#НовогоднийБашкортостан
#ДеньЧистойЗимы
#Өмә
#Калтасинскийрайон
#newKaltasy
Читайте нас