Экология
5 Ғинуар 2021, 06:05

Боландар килгән!

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының ҡырағай хайуандарҙы һаҡлау һәм һунарсылыҡ бүлеге белгесе Глеб Егоров билдәләүенсә...

Бөрө районындағы һунарсылыҡ хужалыҡтарының береһенә 20 ала-сыбар болан алып килгәндәр. Улар вольерҙа йәшәйәсәк. Тиҙҙән хужалыҡ тағы ла йөҙгә яҡын болан алып ҡайтмаҡсы. Уларҙың маҡсаты – боландар һанын ишәйтеп, тәбиғәткә ебәреү.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының ҡырағай хайуандарҙы һаҡлау һәм һунарсылыҡ бүлеге белгесе Глеб Егоров билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа республикала ала-сыбар боландар һаны арта.
- 2016 йылда 18 мең болан теркәлһә, 2019 йылға уларҙың һаны 20 процентҡа артҡан һәм 21 мең тәшкил иткән. Быйылға ҡырағай хайуандарҙың иҫәбе теүәл генә билдәле түгел. Шулай ҙа ала-сыбар боландарҙың кәмеүе күҙәтелмәй.
фото: sventameat.ru
Читайте нас