Экология
5 Ғинуар 2021, 06:30

"Таҙа ҡыш көнө" акцияһына ҡушылығыҙ!

Ҡышҡы экологик өмә ҡарҙан таҙартыу ғына түгел ул...

Бөгөн Башҡортостанда “Таҙа ҡыш көнө” акцияһы уҙғарыла. Уға ярашлы республиканың ҡала-райондарында төрлө саралар уҙғарыла. Күп урындарҙа урам, ихаталарҙы ҡарҙан, сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмәләр үтә. Ҡайһы бер райондарҙа яңғыҙ йәшәгән оло кешеләрҙең ихаталарын, йорт-ҡура тирәһен ҡарҙан таҙартыуға урындағы ирекмәндәр ярҙамлаша.
Мишкә, Әлшәй райондарында ҡышҡы экологик акция 2020 йылдың 25 декабрендә үк иғлан ителеп, башҡарылған эштәрҙе фотоға төшөрөп, "Бәйләнештә" һәм "Инстаграм" социаль селтәрҙәренә ебәреү һоралған ине. Бөгөн, 5 ғинуарҙа, еңеүселәрҙе билдәләп, уларға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу ҡаралған.
Әлбиттә, быйыл ҡар аҙ, әммә теләге булған кешегә экологик акцияла эш етерлек. Ҡайһы бер урындарҙа ҡар аҫтында етемһерәп ултырған һәйкәлдәр, парк, скверҙарҙа ҡарҙан таҙартылмаған эскәмйәләр, башҡа ял итеү урындары бар. Автобус туҡталыштарының тирә-яғын тәртипкә килтереү ҙә мөһим эштәрҙең береһе.
“Таҙа ҡыш көнө” экологик акцияһын һәр кем үҙенсә аңлай. Мәҫәлән, Ғафури районының Сәйетбаба ауыл хакимиәтенә ҡараған Ҡолҡан ауылында ҡыш тип тормай ауыл зыяратын тәртипкә килтереү, ҡороған ағастарҙы ҡырҡыу, башҡа сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмә ойошторҙолар. Был эштең башында ошо ауылдан сыҡҡан билдәле эшҡыуар Азат Фәйзулла улы Фәйзуллин торҙо. Эйе, әруахтарҙың рухын шатландырырға һалҡын ҡыш та, ҡар ҡатламы ла ҡамасау түгел. Ғөмүмән, был акция бик урынлы ойошторолған.
Һүрәттә: Ҡолҡан ауылы зыяратында экологик өмәлә ҡатнашыусыларҙан бер төркөм, уртала - Азат Фәйзуллин.
Наил ЛАТИПОВ фотоһы.
Читайте нас