Белорет ҡалаһында йәшәүселәр быуанан аҫтараҡ, Блюхер урамы тәңгәлендә, Ағиҙел йылғаһына һоро төҫтәге шыйыҡсаның ағып төшөүе тураһында хәбәр итә.
Видеоролик социаль селтәрҙәргә 4 ғинуарҙа һалына. Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта хәлде асыҡлау өсөн ваҡиға урынына йүнәлә.
Белорет металлургия комбинатының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был урында боҙ иреп емерелеү арҡаһында шламотостойник төбөнән йылғаға ләм ағып төшә.
Инцидент 11.30 сәғәттә асыҡлана, проблема ун биш минут эсендә хәл ителә. Предприятиела ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәптәре асыҡлау буйынса комиссия ойошторолған. “Роспотребнадзор” хеҙмәте лә тәбиғәткә килгән зыянды асыҡлау буйынса тикшереү башлаған.
“Белгестәр проба алды. 6 ғинуар анализдар әҙер буласаҡ. Ташландыҡтың эҙе күренмәй, мин килгәндә, һыу үтә күренмәле ине”, – ти Андрей Иванюта.
Тәүтикшереүҙәр асыҡлауынса, һыуға һоро төҫтө шламотоотстойниктың ләме составындағы тимер оксиды биргән.