Йыл һайын Яңы йыл ялдарында республиканың тәбиғәт парктарында меңләгән кеше ял итә. Һуңғы ун йыл эсендә Ирәмәл тауына артылған туристар һаны кәмемәй, арта ғына.
Быйыл ялдарҙа тауға 1,5 мең ярым турист менгән. Был хаҡта Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Ренара Ғазина хәбәр итте.
"Мораҙым тарлауығына 400-гә яҡын кеше килгән, “Асылыкүл”, “Ҡандракүл” тәбиғәт паркында ла шул сама турист булған. Тәбиғәт парктарын йыһазландырыу, туристарға ял итеү мөмкинлеге булдырыу үҙ һөҙөмтәһен бирә. Йылдан-йыл ял итергә теләүселәр һаны арта", - ти ул.
Тәбиғәт парктары туризмды үҫтереүҙең төрлө йүнәлештәренә (тау, һыу һәм спелеотуризм) эйә. Тау туризмын яратҡандар Ирәмәлде үҙ итә. Бында Оло Ирәмәлгә артылыу, шул иҫәптән “Урал батыр” эпосы буйынса экологик-мәҙәни маршрут ойошторолған.