Үткән йыл Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы өсөн дә ауыр булды. 20 апрелдән 9 ноябргәсә 165 янғын теркәлгән, йәмғеһе улар 204 көн дауам иткән. Ут 3 726 гектар майҙанда ҡоторған.
"Беҙҙең төп бурыс – янғынды тиҙ арала һүндереү, ауылдарға яҡынаймауын тәьмин итеү. Был бурысты атҡарып сыҡтыҡ. Янғындарҙың 60 проценты беренсе көндә үк һүндерелде, бәхетһеҙ осраҡтар теркәлмәне", - тип билдәләне министр.
Урал аръяғы райондарында ошондай осраҡтар артыу сәбәпле, ул төбәккә янғынға ҡаршы техника һәм йыһаздар оҙатыла. Учалы районында ун кешенән торған махсус бригада урынлаштырыла, сөнки быйыл тап ошо төбәктә ут афәте бермә-бер артҡан. Бригадала өс "МТЗ" тракторы, биш берәмек машина, ике автоцистерна бар.
Марат Шәрәфетдинов билдәләүенсә, янғынға ҡаршы көрәш мәлендә техниканың заманса булыуы мөһим. Шуға быйыл 36,9 миллион һумлыҡ янғынға ҡаршы махсус техника алырға планлаштыралар.
Фото: Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы.