Экология
25 Ғинуар 2021, 18:20

Машинаңды сүп контейнеры янына ҡуйма!

Әлеге минуттарҙа Башҡортостан юлдаш телеканалында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарған өсөн хаҡтарға арналған брифинг бара.

Әлеге минуттарҙа Башҡортостан юлдаш телеканалында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарған өсөн хаҡтарға арналған брифинг бара. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев менән республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Нияз Фазылов ҡатнаша.
Борис Беляев аңлатыуынса, республика Хөкүмәте сүп ташыу машиналарын һатып алыуға, тейешле талаптар буйынса йыһазландырылған контейнер майҙансыҡтары эшләүгә йыл һайын тиҫтәләрсә миллион һум аҡса бүлә.
“Сүп сығарған өсөн хаҡтар билдәләнгән тарифтан түбәнерәк булды, сөнки тәүҙә төбәк операторҙарына был эште башҡарыуҙы сифатлы итеүгә өлгәшеү бурысы ҡуйылғайны”, – тине вице-премьер.
Нияз Фазылов билдәләүенсә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыуҙағы төп проблемаларҙың береһе – контейнер майҙансыҡтарында шәхси автомобилдәр ултырыуы. Шул сәбәпле министрлыҡ республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәрештәр индереү буйынса закон проекты менән сығыш яһаған. Автомобилде подъезд ишеге ҡаршыһына һәм сүп-сар йыйыу майҙансығы эргәһенә ҡуйған шоферға - 1-2 мең һум, вазифалы кешелергә - 5-10 мең һум, ә ойошмаларға 20-30 мең һум штраф янай.
Күп кенә биҫтәләрҙә, мәҫәлән – Өфөнөң күп ҡатлы йорттарҙан торған Сипайлово биҫтәһендә сүп-сарҙы подъездарҙағы махсус торбаларҙан инеп алалар, бындай осраҡта подъезға үтергә мөмкинлек бирмәгән машиналар эште ныҡ тотҡарлай, әлбиттә. Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников әйтеүенсә, былтыр район буйынса йыйылған ошондай штрафтар күләме 900 мең һум самаһы тәшкил иткән.
Тапшырыуҙа тамашасыларҙан килгән һорауҙарға ла яуаптар бирелә. Брифинг дауам итә, унда мөһим мәсьәләләр күтәрелә.
Фото: bashinform.ru.

Читайте нас