Стәрлетамаҡтағы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сорттарға бүлеү һәм эшкәртеү буйынса “Мохит-СТР” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте заводында республикала беренсе тапҡыр RDF яғыулығын етештерә башланылар. Был иһә яғыулыҡтың ошо төрөн барлыҡ юғары температура режимы булған сәнәғәттә лә рациональ ҡулланыуҙың бер төрө. RDF яғыулығы ҡаҙанлыҡтарҙа йәки цемент етештереүҙә файҙаланыла.
– Бөгөн ҡоролманы ҡуйғанбыҙ, газды RDF яғыулығына алмаштырырлыҡ сифатлы рецепттар ҙа бар. Был сеймалдарҙы экономиялау мөмкинлеген бирә. Өҫтәүенә ҡалдыҡтарҙы әҙерәк күмеп, күберәк файҙаланғанда, “Экология” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә, – тип белдерҙе Стрлетамаҡтағы “Вториндустрия”, “Мохит-СТР” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре проекттары етәксеһе Айрат Максадов.
Барлыҡ йыйылған ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар Стәрлетамаҡтағы заводта эшкәртеү үтә һәм унда шулай уҡ RDF яғыулығы өсөн икенсе сеймал һайлап алына. Әле – “Мохит-СТР” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте альтернатив яғыулыҡты файҙаланасаҡ ҡулланыусылар менән килешеү төҙөү стадияһында. Ә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыға булышлыҡ итә. Әйткәндәй, барлыҡ донъя был яғыулыҡтан файҙалана. Бының өсөн Швецияла хатта ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар һатып алына.
Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.