Экология
30 Ғинуар 2021, 12:35

Сүп-сар тип кенә ҡарамайҙар

Башҡортостанда сүп-сарҙы айырым йыйыу дауам итә.

Башҡортостанда сүп-сарҙы айырым йыйыу дауам итә.
Бәләкәй эшҡыуарлыҡтың ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһе вәкилдәренең ике йыл элек Рәсәйҙә старт алған “сүп-сар” реформаһына ҡыҙыҡһыныуы артҡандан-арта. Был ваҡытта илдәге һәр төбәктә ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса үҙ программаһы, шул иҫәптән ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу буйынса үҙ проекты барлыҡҡа килде. Әйткәндәй, республикала халыҡтың өстән бер өлөшө генә ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу менән шөғөлләнә. Быйыл республиканың муниципаль райондарында икенсел матди ресурстарҙы йыйыу өлкәһендә бәләкәй эшҡыуарлыҡ әүҙем үҫешә башланы.
Был өлкәлә Бишбүләк, Борай, Балтас, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат райондары шәхси эшҡыуарҙары уңышлы эшләй. Мәҫәлән, Дыуан районынан шәхси эшҡыуар, ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу буйынса фирма етәксеһе Марат Сафин икенсел сеймал (полиэтилен, макулатура, алюмин банкалар) ҡабул итеү пункттары ярҙамында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итә. Ул республиканың төньяҡ-көнбайыш өлөшөн хеҙмәтләндерә һәм ҡайтанан эшкәртеүселәр менән туранан-тура эшләй.
- Һәммәбеҙҙең тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға индергән өлөшө уның тирә-яғындағы бар нәмәгә файҙа килтерергә тейеш. Райондағы ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу буйынса бында йәшәүселәрҙең экологик аңын артырыуға ғына түгел, ҡалдыҡтарҙы йыйыу процестарын оптимилләштереүгә өлөш индерә, – ти Марат Сафин.
Башҡортостанда ҡаты ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу системаһы үҫешенең беренсе этабында белем биреү ойошмаларын махсус контейнерҙар менән тәьмин итеү ҡаралғайны. Шулай итеп, былтыр республика ҡалаларындағы һәм райондарындағы 487 белем биреү ойошмаһында сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн 799 комплект интерьер контейнеры ҡуйылған. Уларҙың һәр береһендә өс контейнер бар.
- Махсус контейнерҙар ҡалаларҙа ғына түгел, ауыл биләмәләрендә лә барлыҡҡа килә. Ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу системаһы киләсәктә республикала йәшәгәндәрҙең аҙыраҡ түләүенә, ҡалдыҡтарҙың ергә күмелеүенә түгел, ә эшкәртеүгә ебәрелеүенә килтерергә тейеш. Был иһә экология, халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәр сифатын күтәреүгә һәм “Экология” милли проектының “Ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын формалаштырыу” федераль проекты һөҙөмтәлелеге йәһәтенән кәрәк. Шулай уҡ сүп-сарҙы сығарыуға тарифтар үҫешен тотҡарлауға булышлыҡ итә, – тип белдерҙе республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров.
Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Читайте нас