“Экохәстәрлек” мәктәп проекты сиктәрендә, батарейкалар йыйыу ил мәктәптәрендә былтыр июндә башланғайны. Һәр контейнерҙың алмаштырып була торған һауыты бар һәм уларҙың 12-һе лә тулһа, мәктәптең ғаризаһы буйынса йәки майҙа, проект тамамланғас, йыйылған батарейкаларҙы махсус компаниялар алып китәсәк, уларҙы Силәбе ҡалаһындағы заводта утилләштерәсәктәр, тип хәбәр иткәйнек. Шулай итеп, илдәге 30 ҡалалағы 3 мең мәктәп уҡыусыһы “Экохәстәрлек” проекты сиктәрендә йыйылған 10,6 тонналыҡ 4 251 000 батарейканың беренсе сираты 1 февралдә Силәбеләге “Мегаполисресурс” компаниялар төркөмө заводына ҡайтанан эшкәртеү өсөн килтерелде.
Республикабыҙ был пилот проектында ҡатнашҡан төбәктәрҙең береһе ине, башланғысты уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа бер тауыштан хуплағайны. Өфөнән тыш, проектта Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Сочи, Владивосток, Хабаровск, Һарытау, Краснодар, Ставрополь ҡалалары, Мәскәү һәм Силәбе өлкәләре һәм башҡа төбәктәр ҡатнаша. “Экохәстәрлек” мәктәп проекты сиктәрендә, проектта ҡатнашҡан мәктәптәр батарейка йыйыр өсөн махсус контейнерҙар менән тәьмин ителде һәм уларға мәғлүмәт плакаттары бирелде.
Волга буйы федераль округында “Экохәстәрлек” проекты Өфө, Бәләбәй, Октябрьский, Ижевск, Камбарка, Киров, Түбәнге Новгород, Новочебоксарск, Пермь, Һарытау һәм башҡа ҡала-ҡасабаларҙа тормошҡа ашырыла.
Өфөләге 44-е мәктәп барлыҡ экологик сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Халыҡ фронтынан “Экохәстәрлек” проектында ҡатнашыу тәҡдиме килгәс, белем ойошмаһы етәкселеге кире ҡаҡмаған. Балалар ҙа ихлас ҡатнашҡан, батарейкаларҙы махсус контейнерға йыйып тапшырған.
Был проектта ҡатнашыу өсөн мәктәптәрҙең һайланыуы тиккә түгел. Беренсенән, батарейка менән башлыса балалары булған ғаиләләр ҡуллана, икенсенән, тап мәктәптә балаларҙа экологик культура формалаштырыу кәрәк. Өҫтәүенә, ул уҡыу процессының айырылғыһыҙ бер өлөшө булыр тип көтөлә. “Проект киләсәктә лә үҫешер һәм тағы күберәк уҡыусыларҙы үтилләштереү генә түгел, күп файҙаланыу фазаһына, аккумуляторҙарға күсер, тип ышанам”, – тип белдергән Рәсәй экология йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе етәксеһе, “Цивилизация” фонды етәксеһе Светлана Васильева.
Әйткәндәй, йыл һайын һатылған батарейкаларҙың 20 мең тоннаһы ғына йыйыла һәм уның өс проценты ғына яңынан эшкәртелә, ҡалғандары сүп-сар полигонына эләгеп, тирә-яҡ мөхитте ағыулай. Рәсәйҙә йылына бер миллиардтан күберәк батарейка ҡулланыла. Утилләштерелмәгәндәренең һәр береһе 20 квадрат метр ерҙе зарарлай. Был – бер терпенең йәшәү мөхите, тигән һүҙ. Тимәк, ошондай бер миллиард йәнлек хәүеф аҫтында. Ә уларҙы һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау – һәммәбеҙҙең мөҡәддәс бурысы.