Экология
6 Февраль 2021, 16:30

Бурыстар үтәлгән, күрһәткестәргә өлгәшелгән

“Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектын тормошҡа ашырыуға 162,3 миллион һум аҡса бүленә.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығында Йәмәғәт советы ултырышы булды. Унда 2020 йылда “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектын тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһалды һәм 2021 йылға бурыстар билдәләнде. Ултырышта әйтеүҙәренсә, былтыр республикала төбәк проекты бурыстары тулыһынса үтәлгән, айырым маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшелгән.
Йәмәғәт советы ағзалары шулай уҡ йәш урман культуралары үҫентеләрен үҫтереү һәм 2021 йылдың янғын йәһәтенән хәүефле миҙгеленә әүҙерләнеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Мәғлүм булыуынса, быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты нигеҙендәге “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектын Башҡортостанда тормошҡа ашырыуға 162,3 миллион һум, шул иҫәптән ведомство ҡарамағындағы учреждениеларҙы урманды янғындан һаҡлау буйынса махсус техника һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеүгә 36,9 миллион һум аҡса бүлеү ҡарала.
Фото: rotko10.ru
Читайте нас