Экология
9 Февраль 2021, 18:15

Кеше хоҡуҡтары советы Мансурҙағы хәлде контролгә алды

Учалы районының Мансур ауылы халҡы бер нисә йыл инде “Саңғалыҡ диорит карьеры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә зарлана ине.

Учалы районының Мансур ауылы халҡы бер нисә йыл инде “Саңғалыҡ диорит карьеры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә зарлана. Уның эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә һауаға сығарылған туҙан ауылды тотош ҡаплап алған.
Район хакимиәте, республиканың танылған йәмәғәтселәре һәм федераль контроль-күҙәтеү органдары урындағы халыҡ менән осрашты. Башҡортостандың Кеше хоҡуҡтары советы һәм республика Башлығының экология буйынса кәңәшсеһе хәлде контролгә алды.
Осрашыуҙа Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов, Башҡортостандағы Кеше хоҡуҡтары советының яуаплы секретары Зөлфиә Ғайсина, республика Башлығының экология буйынса кәңәшсеһе Рәсих Хәмитов, прокуратура, “Росприроднадзор”, “Роспотребнадзор”, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре ҡатнашты.
“Кеше хоҡуҡтары советы хәлде контролгә алды һәм предприятие милекселәренә граждандарҙың имен тирә-яҡ мөхиткә һәм экология хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә хоҡуҡтарын боҙған эшмәкәрлекте туҡтатыу маҡсатында етештереүҙе яңыртыу зарурлығы тураһында коллектив талап әҙерләй. Беҙ ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың үтәлешен контролдә тотоп, кәрәк булғанда, тейешле юридик ярҙам күрһәтәсәкбеҙ”, – тине Зөлфиә Ғайсина.
Рәсих Хәмитов әйтеүенсә, Мансурҙа халыҡ менән йөкмәткеле һөйләшеү булған.
“Предприятие етәкселегенә, экология хәүефһеҙлеген иҫәпкә алып, етештереүҙе үҫтереү стратегияһын төҙөргә тәҡдим ителде. Әлбиттә, байтаҡ инвестиция йүнәлтергә кәрәк, әммә халыҡтың ғүмере һәм һаулығы мөһимерәк. Беҙ был мәсьәлә менән шөғөлләнеүҙе дауам итәсәкбеҙ”, – тине ул.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас