Экология
11 Февраль 2021, 07:00

Ирәкташта ағас ҡырҡыу туҡтатылған

Әммә был мәсьәләгә һуңғы нөктә ҡуйылмаған

Бер нисә көн элек йәмәғәтсе Рина Гринберг билдәле туристик маршрутта – Ирәкташта (Инзерские зубчатки) ағас ҡырҡыуҙары тураһында һөйләгәйне. Ул: “Кемгәлер, йыл һайын меңәрләгән туристарҙа аҡса эшләүгә ҡарағанда, 50 йылға бер ағас ҡырҡыу һәм бүрәнәләй һатыу мөһим”, – тип белдерә.
Ирәкташта ағас ҡырҡыу тураһындағы хәбәр халыҡты ла битараф ҡалдырманы, әлбиттә. Ошо тирәлә ғауға ҡупҡас: "Ағасты ҡырҡыу ҡануниәт нигеҙендә алып барыла, ниндәйҙер сикләүҙәр юҡ. Ҡуртымсылар йыл һайын 1700 гектарҙан ашыу майҙанда урманды тергеҙеү эштәре алып бара. Шулай уҡ был майҙандарҙа ла ағас ҡырҡылғандан һуң ҡырҡындыны таҙартып, киләһе йыл ағас ултыртыласаҡ", – тип аңлатма биргәйне БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Мәғлүм булыуынса, Белорет районындағы Ирәкташҡа урман ҡырҡыу эштәре ҡуртым килешеүенә ярашлы, “Өфө фанер комбинаты” мәнфәғәтендә алып барыла.
Әйтергә кәрәк, был мәсьәләгә һуңғы нөктә ҡуйылмаған әле. Ирәкташта ағас ҡырҡыу йәмәғәтселектә ризаһыҙлыҡ тыуҙырғас, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, республиканың Урман хужалығы министрлығы һәм Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Туризм буйынса дәүләт комитеты етәкселәре урынбаҫарҙары һәм Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ваҡиға урынына барҙы. Шулай уҡ унда “Өфө фанера комбинаты” йәмғиәте һәм Тирлән, Белорет туристик йәмәғәтселеге вәкилдәре лә сыҡты.
“Беҙ урманды ҡырҡыу туристик маршрутҡа ниндәй кимәлдә зыян килтереүен күрһәттек. Әле тормошҡа ашырырҙай вариантҡа таянабыҙ – булған туристик маршруттарҙы рәсми теркәүҙе башлау һәм улар эргәһендәге биләмәләрҙе һаҡлау. Республика Хөкүмәтендә ҡарар һәм артабанғы сара ҡабул ителер, тип ышанам”, – тип уртаҡлаша район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта социаль селтәрҙә.
Фотолар: социаль селтәрҙән.
Читайте нас