Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектына ярашлы, быйыл Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы тарафынан кәмендә 14,3 мең гектар майҙанда урманды тулыландырыу һәм тергеҙеү планлаштырыла.
Буласаҡ урмандың нигеҙе – сифатлы урман культуралары үҫентеләре. Көндәрҙең кинәт йылытып, унан һыуытыуы сәбәпле, питомниктарҙа йәш үҫентеләр һәләк булмаһын өсөн урман хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре уларҙы даими күҙәтә, ауырыуҙарҙан һаҡлай. Урмансылар шулай уҡ орлоҡто яҙғы сәсеүгә әҙерләй, ултырта торған материалды консервациялау һәм һаҡлау өсөн урман питомниктарында ҡар бурттары һала.
Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты үҙ эсенә 11 федераль проектты ала: “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класс хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Волганы һауыҡтырыу”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү”. Милли проект биш йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыласаҡ: “Ҡалдыҡтар”, “Һыу”, “Һауа”, “Биотөрлөлөк”, “Технологиялар”.