Республикала йылдағыса “Балыҡты тынйыуҙан ҡотҡар!” акцияһы башланды. Был сараны йыл һайын Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы үткәрә. Тәүге сара Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология буйынса кәңәшсеһе Миҙхәт Хәсәнов башланғысы менән Ауырғазы районында ойошторолдо.
Сараға эргә-тирә ауылдарҙан балыҡсылар, тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләренә битараф булмаған кешеләр йыйылды. Күмәкләп улар мәкеләр уйҙы.
Министрлыҡтың йәнлектәр донъяһын һаҡлау бүлеге белгесе Рәлим Хәжиев билдәләүенсә, бындай саралар балыҡтарҙы ҡотҡарыуға булышлыҡ итә, сөнки торғон һыуҙа үҫемлектәр серей, ылымыҡтар тиҙ үҫә башлай. Был үҙ сиратында һыуҙа кислородтың кәмеүенә килтерә. Тимәк, балыҡ та үҙен насар тоясаҡ.
Әлеге күренеш оҙайлы ҡыштан һуң, ҡояштың да йышыраҡ күренеүенә бәйле. Февраль-март айҙарында белгестәр күл һәм быуаларҙа мәкеләр уйырға кәңәш итә.
Акцияны ойоштороусы Миҙхәт Хәсәнов иһә быйыл мәкеләрҙе яңы ысул менән уйыуҙарын билдәләне.
- Мәкене ҡырмыҫҡа иләүе ише эшләйбеҙ. Уйғандан һуң мәкегә йомшаҡ ҡар өйөп ҡуябыҙ. Был ысул көндәр һыуынғанда мәкенең яңынан боҙ менән ҡапланыуына ирек ҡуймай, - ти ул.
Ҡуҙйылға йылғаһында һәм Зәйет ауылы эргәһендәге күлдә йәмғеһе 40 мәке уйылған. Толбазы ауылы эргәһендә акцияға Башҡорт гимназияһы һәм 3-сө мәктәп уҡыусылары ҡушылған.
Акция аҙағынан һуң бөтәһен дә ҡайнар сәй һәм ҡоймаҡтар менән һыйлағадар.
Артабан акция даими рәүештә үткәреләсәк. Айырыуса республиканың иң ҙур күлдәрендә – Асылыкүл, Ҡандракүл, Талҡаҫта күләмле саралар үткәрелеүе күҙ уңында тотола.
Фото: Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан алынды.