“Пластик. NET” проекты буйынса иң яҡшы арт-объект эскизына ғаризалар ҡабул итеү тамамланды.
Проект студенттарҙың иғтибарын экология һәм экологик мәҙәниәтте үҫтереү мәсьәләләренә йәлеп итеүгә ҡорола. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Конкурсты Өфө дәүләт нефть техник университеты ойоштора.
Проектты тормошҡа ашырыу барышында студенттар һәм уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәре пластик шешәләрҙе, башҡа әйберҙәрҙе сүп-сар һауытына түгел, ә юғары уҡыу йорто биләмәһенә ҡуйылған махсус контейнерҙарға йыя. Артабан проектта ҡатнашыусылар пластикты барлай, шулай уҡ эскизды раҫлау өсөн проект эксперттары менән осрашыу үткәрә. Февралдә эксперт комиссияһы иң яҡшы эште билдәләй. Унан һуң пластикты эшкәртеп, белгестәр, проект партнерҙары менән берлектә арт-объект яһала. Ул майҙа юғары уҡыу йорто биләмәһенә ҡуйыла.
Икенсел сеймалдан арт-объект эскизын эшләүҙә теләге булған һәр кеше ҡатнаша ала. Конкурсҡа йомғаҡ яҡынса 22 февралдә яһала. Иң яҡшы эштәрҙең авторҙарына ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла.
Фото: ecology.bashkortostan.ru