Экология
19 Февраль 2021, 08:00

Йәш экологтар киләсәк хаҡында һөйләште

Сарала ҡатнашҡандарҙың барыһына ла Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының почет грамоталары тапшырылды.

“Ерҙәге кеше” уҡыу-тикшеренеү эштәре конкурсы призерҙары һәм еңеүселәре “Киләсәк тураһындағы диалог” дәресендә экология өлкәһендәге күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашты. Йәш экологтар Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәровҡа һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһаповаға тикшеренеүҙәре һәм яңы проекттары хаҡында һөйләне.
Осрашыуҙа балалар Н. Гастелло паркындағы быуаның, Архимандрит күленең, Өфөләге атмосфера һауаһының бысраныуы проблемаһына туҡталды, Кушнаренко районындағы эске туризм, республикала рөхсәтһеҙ асылған сүплектәрҙе кәметеү, ҡалдыҡтарҙы утилләштереү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
Сарала ҡатнашҡандарҙың барыһы ла Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының почет грамоталары һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте Мәғариф идаралығының дипломдары менән бүләкләнде. Уларға шулай уҡ “Йәшел планета” хәйриә фондынан иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Мәғлүм булыуынса, республикала уҙғарылған ошондай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тулыһынса тап килә, уларҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: ecology.bashkortostan.ru
Читайте нас