Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге проблемаларҙы хәл итеү буйынса сираттағы кәңәшмә булды. Ул республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә видеоконференцэлемтә тәртибендә үтте. Кәңәшмәлә шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев ҡатнашты.
Көн тәртибендәге беренсе мәсьәлә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге төбәк операторҙарының эш сифатына ҡағылды. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сүп-сарҙы ситкә ташыуҙың раҫланған графиктарының үтәлешен көн һайын тикшерә. Мәҫәлән, төбәк операторы – “Дүртөйлөмелиоводстрой” йәмғиәтенең эшенә ентекле анализ яһалды.
Шулай уҡ “ТКО-Башҡортостан” автоматлаштырылған системаһын дәүләт мәғлүмәт системаһы статусына күсереү буйынса фекер алыштылар.
Халыҡтың ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ташыу мәсьәләһе буйынса социаль селтәрҙәге мөрәжәғәттәренә анализ күрһәтеүенсә, 13-19 февралдә “Инцидент” системаһына 60 мөрәжәғәт килгән, шул уҡ ваҡытта 5-12 февралдә уларҙың һаны 13 булған, йәғни 47-гә артҡан.
Андрей Назаровтың ҡарары буйынса бөгөн Өфөлә сүп-сар йыйыу урындары буйлап рейд ойошторолдо. Ошондай уҡ сараларҙы Премьер-министр муниципалитет башлыҡтарына ла үткәрергә ҡушты. Рейд йомғаҡтары киләһе дүшәмбе ҡалдыҡтар темаһы буйынса кәңәшмәлә ҡарала. Андрей Назаров әйтеүенсә, бындай контроль рейдтары даими уҙғарыласаҡ.
– Бынан ары төбәк операторҙарының эшенә контроль көсәйтелә. Дүрт операторҙың өсәүһенә сүп-сарҙы ташыған өсөн хаҡты арттырырға рөхсәт ителде. Шуға күрә улар эште сифатлы башҡарырға, контейнер майҙансыҡтарын тәртиптә тоторға, ҡалдыҡтарҙы ташыу графигын теүәл үтәргә тейеш, – тине ул.