Экология
26 Февраль 2021, 09:30

Урал ИСКӘНДӘРОВ: “Экологияға ҡағылған мәсьәләләр халыҡтың иғтибар үҙәгендә”

Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы уҙған йылға йомғаҡ яһаны.

Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы уҙған йылға йомғаҡ яһаны. Ведомствола коллегия ултырышы үтте.
Министр Урал Искәндәров үҙенең сығышында республикала экологик хәлде яҡшыртыу өсөн күрелгән саралар тураһында һөйләне.
- 2019 йылдың 1 ғинуарынан республика ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсте. Ике йыл эсендә байтаҡ эш атҡарылған. Ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу хеҙмәте менән республиканың бөтөн торлаҡ пункттары ла файҙалана. Муниципалитеттарҙың 75 процентында контейнерҙар өсөн майҙансыҡтар булдырылған, 79 проценты ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн контейнерҙар менән йыһазландырылған. 2020 йылда бюджеттан тыш аҡсаға Иглин, Ауырғазы, Өфө, Кушнаренко райондарында биш ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сортировкалау комплексы төҙөлгән, - тип билдәләне Урал Салауат улы.
Былтыр ведомство атмосфера һауаһын бысратыусы матдәләрҙе сығарыу күләмен тотороҡло кимәлдә һаҡлау йүнәлешенә ҙур иғтибар бүлгән. Эре сәнәғәт етештереү предприятиелары булған ҡалаларҙа автоматлаштырылған станциялар ҡуйылған. Бөгөн улар республикала етәү: Стәрлетамаҡта - икәү, Өфөлә - өсәү, Учалы һәм Сибайҙа берешәр станция. 2024 йылға “Экология” милли проектына ярашлы уларҙың һаны 13-кә етәсәк.
Коллегия ултырышында эсәр һыу сифаты тураһында ла һүҙ булды. Көсөргәнеш ҙур булһа ла, республиканың һыу объекттарында һыу сифаты күп йылдар дауамында тотороҡло кимәлдә һаҡлана.
“Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2020 йылда Благовещен ҡалаһындағы Потеха йылғаһындағы быуаны таҙартыу эштәре башланды. Ҡала өсөн мөһим сараны 2022 йылда тамамлаясаҡтар. Һыу объекттарына килтерелгән зыянды кәметеүсе сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 1,4 миллиард һум аҡса тотонолған.
Дөйөм алғанда 2020 йылда министрлыҡтың эше ҡәнәғәтләндерерлек тип баһалана. Сығышы аҙағында Урал Искәндәров киләһе йылға пландар тураһында әйтте. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Экология” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу 2021 йылдың төп эше буласаҡ. Айырып алғанда, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өлкәһендә заманса инфраструктура үҫтереү, экологик мониторинг системаһын камиллаштырыу, эре сәнәғәт предприятиеларынын яҡшыраҡ технологияларға күсереү һәм бөтә урындарҙа ла сүп-сарҙы айырып йыйыуҙы ойоштороу тора.
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Читайте нас