Күптән түгел Башҡортостанда Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе алмашынғайны. Хәҙер был вазифаны Свердловск өлкәһенән эшкә ҡайтҡан яҡташыбыҙ Эльмира Туҡанова башҡара. Ә элекке рәйес Салауат Нафиҡов ҡайҙа?
Бөгөн асыҡланыуынса, ул яңы вазифала эш башланы: республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына ҡараған Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһына директор итеп тәғәйенләнде. Был турала министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.
Салауат Таһир улы Нафиҡов Әбйәлил районының Ташбулат ауылында тыуған. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа ауыл хакимиәте башлығы, “Яҡтыкүл” шифаханаһы директоры һәм дәүләт комитеты рәйесе булып эшләне.