II “Таҙа ил” халыҡ-ара форум-күргәҙмәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының тормошҡа ашырылыуын тикшерәләр. Башҡортостандан унда тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Нияз Фазылов ҡатнаша.
– “Таҙа ил” халыҡ-ара форумы – “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән Рәсәй төбәктәре араһында эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу өсөн бик яҡшы майҙансыҡ. Унда ошо өлкәләге алдынғы технологияларҙы үҫтереү буйынса квалификациялы белгестәр һәм спикерҙар саҡырылған, – тине Нияз Фазылов.
Милли проект йүнәлештәренә арналған ҙур сара бөгөн “Сколково” инновациялы үҙәгенең технопаркында эшен башлай. Форумдың төп ваҡиғалары – “Экология өлкәһендә кадрҙар ҡеүәтен туплау” сессияһы, Волга буйы федераль округы вәкилдәре ҡатнашлығындағы ”Алдынғы ЭкоТехнологиялар” федераль белем биреү консоциумындағы попечителлек һәм координация советының киңәтелгән ултырышы.
Сессияла ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар экология өлкәһендәге тотороҡло үҫеш, “I һәм II хәүеф класына ингән техноген ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү, утилләштереү һәм зарарһыҙландырыу” фәнни-техник проекты, “Экохәстәрлек” экологик белем биреү проекты буйынса фекер алыша.
Фото: ecology.bashkortostan.ru