Ошо көндәрҙә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты әүҙемселәре “Йәмәғәт экология инспекторҙарының онлайн-мәктәбе” проекты менән таныштырҙы.
Республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының йәмәғәт экология советы ағзаһы, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы “Экология” тематик майҙансығы модераторы Морат Шафиҡов әйтеүенсә, йәмәғәт экология инспекторҙары мәктәбе – “Экохәстәрлек” күләмле федераль проектының бер өлөшө.
– Контроль-күҙәтеү органдары әүҙем һәм битараф булмаған граждандарҙан тирә-яҡ мөхиттең торошо, тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоу осраҡтары тураһында объектив мәғлүмәт алыу яҡлы. Яңы мәктәптә уҡып, таныҡлыҡ алған кешеләр менән федераль һәм төбәк кимәлендә онлайн-кәңәшмәләр даими уҙғарыласаҡ, – тине Морат Шафиҡов. – Шуға күрә тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләрен хәл итеүҙә власть органдары менән йәмәғәтселектең үҙ-ара һөҙөмтәле һәм тығыҙ эш итеүе бигерәк тә мөһим.
Әйткәндәй, бындай эшмәкәрлек Рәсәй президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының маҡсаттарына һәм бурыстарына ттулыһынса тап килә.
Әле “Йәмәғәт экология инспекторҙары мәктәбе”ндә бөтә ил буйынса 1,5 меңдән ашыу тыңлаусы теркәлгән. Йыл аҙағына айырыуса һөҙөмтәле эшләгән йәмәғәт инспекторҙарын ҙур форумға йыйыу планлаштырыла.
Фото: ecology.bashkortostan.ru