Бөгөн Ишембай районына эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Торатау” геопаркының визит-үҙәгендә булды. Әле тау итәгендәге төҙөлөш тамамланып килә.
Визит-үҙәк шихандарҙың һәм уларҙың тирә-яғындағы үҙенсәлекле тәбиғәт менән танышыуҙың башланғыс нөктәһен тәшкил итә. Бында ҡунаҡтарҙы геопарк менән таныштыралар, экскурсияға заказ ҡабул итәләр. Бынан тыш, визит-үҙәктә урындағы етештереүселәрҙең һөнәрселек тауарҙары йәки аҙыҡ-түлеге тәҡдим ителә. Традицион башҡорт әйберҙәрен һәм ашамлыҡтарын һатып алырға теләгәндәргә етештереүселәр тураһында мәғлүмәт бирәләр.
Былтырҙан бында уҡыусылар өсөн лекциялар үткәрелә. Үҙәккә бөтә республиканан балалар килә. Шулай уҡ ҙур булмаған геологик экспонаттар күргәҙмәһе лә эшләй. Әле тарихи-мәҙәни экспозиция ойоштороу өсөн Башҡортостандың Милли музейы һәм республикалағы башҡа музей учреждениелары менән һөйләшеүҙәр алып барыла.
Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, киләсәктә “Торатау” геопаркының бер нисә төп нөктәһендә визит-үҙәктәр селтәрен ойоштороу күҙаллана. Туристар өсөн уңайлы инфраструктура булдырыу төбәктең ошо йүнәлештәге төп бурыстарының береһен һәм ЮНЕСКО геопаркы статусын алыу өсөн мөһим шартты тәшкил итә. Халыҡ-ара ойошмаға Башҡортостан былтыр көҙ ғариза биргәйне. “Торатау” геопаркы донъяның төрлө илдәренән дәғүә иткән 16 биләмә иҫәбенә инде. ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәре штаб-фатиры ғаризаларҙы быйыл ҡарай.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/140502.html