Экология
4 Апрель 2021, 12:00

Халыҡ таш саңынан яфа сигә

Нисәмә йыл инде һауаға таралған туҙан ауылды тотош ҡаплап ала.

Учалы районының Мансур ауылы халҡы нисәмә йыл инде “Саңғалыҡ диорит карьеры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә зарлана. Уның эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә һауаға таралған туҙан ауылды тотош ҡаплап ала.
Күптән түгел район хакимиәте, республиканың танылған йәмәғәтселәре һәм федераль контроль-күҙәтеү органдары урындағы халыҡ менән осрашып, Башҡортостандың Кеше хоҡуҡтары советы һәм республика Башлығының экология буйынса кәңәшсеһе хәлде контролгә алды.
Кеше хоҡуҡтары советы предприятие милекселәренә граждандарҙың имен тирә-яҡ мөхиткә һәм экология хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә хоҡуҡтарын боҙған эшмәкәрлекте туҡтатыу маҡсатында етештереүҙе яңыртыу зарурлығы тураһында коллектив талап әҙерләй. Предприятие етәкселегенә, экология хәүефһеҙлеген иҫәпкә алып, етештереүҙе үҫтереү стратегияһын төҙөргә тәҡдим ителә.
Кәңәшмәнән һуң “Росприроднадзор” һәм “Роспотребнадзор” Саңғалыҡ диорит карьеры эшмәкәрлегенә комплекслы тикшереү уҙғарҙы. Тикшереү барышында йәмғиәт тарафынан экология өлкәһендә законды тупаҫ боҙоуҙар асыҡланды. Уларҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәл итеп булмаясағын иҫәпкә алып, "Роспотребнадзор" һәм Учалы район-ара прокуратураһы предприятие эшмәкәрлеген ваҡытлыса туҡтатыуҙы юлланы.
Учалы район суды “Саңғалыҡ диорит карьеры” йәмғиәтенең сәнәғәт майҙансыҡтарын 10 тәүлеккә эксплуатациялауҙы тыйыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Тәбиғәткә килтергән зыянды бөтөрөү эше күҙәтеү органдары контролендә ҡала.
Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас