Экология
4 Апрель 2021, 06:30

Кемдең атаһының ҡулы оҫта?

Ир-егеттәр эштәрен башҡарғансы, әсәйҙәр "урман өҫтәле" әҙерләне.

Белорет районының Манышты төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс класс уҡытыусыһы Рәйлә Мөлөкова етәкселегендә 4-се класс уҡыусылары һәм ата-әсәләр "Һәр ҡошҡа оя кәрәк" акцияһына әүҙем ҡатнашып, сыйырсыҡ оялары эшләне. Атайҙар улдары менән бергәләшеп тыуған яҡтарына ҡайтыусы сыйырсыҡтарҙы ҡаршы алырға әҙерләнеп, береһенән-бере матурыраҡ оялар яһаны.
Бына улар тәғәйенләнгән ваҡытҡа мәктәп янына йыйылып, бараһы ерҙе билдәләп, ағастарға ҡош ояларын элде. Быйыл ҡар күп яуғанлыҡтан, Белоретта урманда ҡар күп, төн дә һалҡын булғанлыҡтан, сыйырсыҡтар йылы яҡтан ҡайтыуға ҡарамаҫтан, балалар эшләгән ояларға бер аҙ һуңыраҡ килер, әммә уларҙың бөгөндән үк әҙер булыуы ҡамасауламай.

Атайҙар ағастарға ояларҙы беркеткәнсе, әсәйҙәр "урман өҫтәле"н хәстәрләп, бергәләшеп саф һауала рәхәтләнеп сәй эсеп, ял итеп, изге теләктәрҙә ҡәнәғәт булып таралышты. Каникулдың һуңғы көндәре балалар өсөн бик күңелле һәм файҙалы үтте.

Иң мөһиме: ҡоштар килеүгә өйҙәр әҙер. Тиҙҙән шағир әйтмешләй, "Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ ояңдан осоп сыҡ!" - тип йырларға ғына ҡала.
Фото: Рәйлә Мөлөкова.
Читайте нас