Экология
4 Апрель 2021, 08:30

Нефть торбаһы тишелгән

Ыҡ йылғаһына зыяны килмәҫме?

Бишбүләк районындағы Павловка ауылы эргәһендә нефть үткәргес зыян күргән. “Башнефть” компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, үткәргес торбалағы етешһеҙлекте бөтөрөү буйынса шунда уҡ сара күрелгән, әле бысранған участканы таҙартыу эше алып барыла. 350 квадрат метр майҙанда составында 4 процент нефть (96 проценты һыу) булған шыйыҡса түгелгән. Ыҡ йылғаһы 2,5 саҡрым алыҫлыҡта ята, уға бысраҡ төшмәгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, шыйыҡса түгелгән урындағы ер Ишембай районындағы “Чегодаев” нефть йыйыу пунктына алып барыла. Унда бысранған ерҙе утилләштереү уҙғарыласаҡ.
Ваҡиға урынында авария-тергеҙеү бригадаһы эшләй, 15 кеше һәм туғыҙ берәмек техника йәлеп ителгән. Эштәр бөгөн кискә тамамланырға тейеш.
Фото: @mchsrb.
Читайте нас