Экология
5 Апрель 2021, 08:45

Экологик акциялар ҡасан башланыр?

Быйыл унда йәмәғәтселәр, ирекмәндәр күпләп ҡушылыр тип көтөлә.

Хөкүмәттәге кәңәшмәлә ағас ултыртыу акцияһы тураһында һөйләшеү булды. Һүҙ “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара проекты сиктәрендә үткәрелгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһы тураһында. Быйыл ул 24 апрелдә үтәсәк. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова белдереүенсә, быйыл был маҡсатта ҡала һәм райондарҙа 670 биләмә билдәләнгән. Бөгөнгә ҡарата акцияла 35 мең кеше ҡатнашыу теләге белдергән.
Былтыр ошондай экологик акциялар барышында 310 мең ағас һәм ҡыуаҡлыҡ ултыртылды, уларҙың 248 меңе (80 проценты) ерегеп үҫеп китте.
Республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, “Йәшел Башҡортостан” һәм “Хәтер баҡсаһы” акциялары сиктәрендә урман фонды биләмәһендә дөйөм майҙаны 250 гектарлыҡ ағас ултыртыласаҡ. Был урындарҙы һәм көндәрен садпамяти2021.рф. сайтында күрергә була.
Быйыл акцияның төп майҙаны булып Шишмә районының Әмин ауылы янындағы биләмә һайланған. Бында яҡынса 10 меңгә тиклем ылыҫлы ағас ултыртыласаҡ.
Урман хужалығы министрлығы республиканың дәүләт урман фондын тергеҙеү өсөн 1 миллионға тиклем ағас һәм ҡыуаҡлыҡ үҫентеһен әҙерләгән.
“Хәтер баҡсаһы” акцияһы Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса үткәрелә.
– Тарихи хәтер һәм экологияға бәйле бар нәмә Президенттың даими иғтибары аҫтында. Быны тормошҡа ашырыу өсөн беҙгә йәмәғәтселек башланғыстарын ныҡлап файҙаланырға кәрәк. Республикала Матвей Анискин кеүек малайҙарҙың үҫеп килеүе бик ҡыуандыра, улар тыуған тәбиғәте тураһында борсола. Муниципалитеттар башлыҡтары, ошоноң кеүек әүҙем балаларға иғтибар итегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ағас ултыртыу сараларына йәмәғәтселек һәм ирекмәндәрҙе лә ныҡлап йәлеп итергә, уларға мөмкин булғанса уңайлы шарттар булдырырға кәрәк. Яҡшы әҙерләнгән сараларҙы кешеләр һәр ваҡыт ыңғай ҡабул итә һәм теләп ҡушыла.
Матвей Анискинға килгәндә, Иглин районында йәшәгән 11 йәшлек малай 26 мартта Владимир Путинға мөрәжәғәт итте һәм “Хәтер баҡсаһы” акцияһында бөтә мәктәп уҡыусыларының да ҡатнашыуын ойоштороуҙың кәрәклеген әйтте. Уныңса, ошондай акцияларҙа ҡатнашып, балалар тыуған ерен дә яратасаҡ, тарихи хәтерҙе лә нығытасаҡ. Президент был идеяны хупланы һәм уның кеүек йәш экологтарға ярҙам күрһәтергә кәрәклеген белдерҙе.
Читайте нас