Экология
12 Апрель 2021, 18:00

Аҡҡоштар ҡайтты!

Улар быйыл ғәҙәттәгенән һуңыраҡ килгән. "Ҡандракүл" тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре һөйләүенсә...

“Ҡандракүл” тәбиғәт паркына аҡҡоштар ҡайтты. Әллә ни ҙур булмаған Сереккүлде ҡоштар яратып өлгөргән, бында уларға бик оҡшай. Парк хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, быйыл аҡҡоштар ғәҙәттәгенән һуңыраҡ - 10 апрелдә ҡайтҡан.
“Яр буйлап һыу асылды, ҡоштар бер ниндәй ауырлыҡһыҙ үҙҙәренә аҙыҡ таба. Был пар беҙҙә бер нисә йыл инде ҡошсоҡтарын сығара. Улар эргәләрендә кеше булыуына өйрәнгән, яҡын килгәндә лә ҡурҡмайҙар”, - ти хеҙмәткәрҙәр. Улар аҡҡоштарҙы күҙ уңынан ысҡындырмаясаҡ, нисә ҡошсоҡ сығарыуҙарын да күҙәтәсәк.
Аҡҡоштар төйәк иткән ер хозурлығын юғалтмаҫ, артабан да уларҙы үҙҙәренә ылыҡтырып торор, тип ышанабыҙ.
Фото: ”Башинформ”.
Читайте нас