Экология
18 Апрель 2021, 15:00

Төндә һыуыҡтар һаҡлана әле

Ә яҡын көндәрҙә һәм май байрамдарында беҙҙе ниндәй һауа торошо көтә?

Башҡортостан биләмәһендә көндәрҙең бер аҙ һалҡынайыуы күҙәтелә. Был хаҡта бөгөн, 18 апрелдә, үткән брифинг ваҡытында Башгидрометүҙәк начальнигы Анна Казаева белдерҙе.
Алдағы көндәрҙә көндөҙгө һауа температураһы +8...+12 тирәһендә тирбәләсәк, ти синоптиктар. Төндәрен ныҡлы ғына һыуыта: 0-дән -6 градусҡаса. Таулы райондарҙа – 9 градусҡаса төшөүе ихтимал.
Шаршамбынан тағы ла ныҡлап йылыта башлаясаҡ, шул иҫәптән төнгө һауа температураһы ла күтәреләсәк. Башгидрометүҙәк начальнигы белдереүенсә, 25 апрелгә тиклем республика биләмәләрендә яуым-төшөм көтөлмәй. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, һауа торошона ышаныслы күҙәтеү бары тик 5-7 көнгә генә бирелә ала. Шулай ҙа май байрамдарында ныҡлы һалҡындар өсөн әлегә сәбәп күрмәйбеҙ, тип белдерҙе ул.
Фото: liveinternet.ru
Читайте нас