Белорет район-ара суды Шығай ауыл Советының 62 йәшлек депутатына хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул законһыҙ рәүештә ҙур күләмдә ағас ҡырҡҡаны өсөн язаға тарттырылды.
Суд асыҡлауынса, депутат 2018 йылда Белорет районы биләмәһендә урман участкаларын ҡуртымға алыусы “Селена” йәмғиәтенә ағас ҡырҡыу өсөн диләнка һорап мөрәжәғәт итә.
Рөхсәт алғас, координаттарҙы дөрөҫ күрһәтмәй, үҙенә үҙе урман участкаһы бүлә. Килешеүгә ҡул ҡуйылғас, эшкәртергә тыйылған диләнканан ағас ҡырҡа. Законһыҙ эш итеп, енәйәтсе тәбиғәткә 1 миллион 449 мең һумлыҡ зыян килтерә.
Хөкөм ителеүсе үҙ ғәйебен танымай. Суд уны өс йыл ярымға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итте. Бынан тыш, енәйәтсе тәбиғәткә килтергән зыянды ла ҡапларға тейеш.
Фото: Белорет районы хакимиәте сайтынан.