Бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһы “Төркиә – Рәсәй” халыҡ-ара экологик акцияһына ҡушылды. Уны республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Башҡорт дәүләт университеты һәм башҡа ойошмаларҙың ярҙамы менән “Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте” Башҡортостан республика ойошмаһының Өфө ҡала бүлексәһе ойошторҙо.
70-тән ашыу кеше, шул иҫәптән студенттар һәм ирекмәндәр, Өфөнөң Киров районындағы Салауат Юлаев һәйкәле һәм конгресс-холл эргәһен тәртипкә килтерҙе. Өмәлә шулай уҡ Екатеринбург, Севастополь, Кинель-Черкассы, Анкара, Анталья, Мерсин һәм Мармарис вәкилдәре ҡатнашты.
Рәсәйҙә һәм Төркиәлә экологик акция “Сиктәрһеҙ mix форматында” проекты нигеҙендә ҡатнаш (офлайн һәм онлайн) тәртиптә үтте. “Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте”нең Өфө ҡала бүлексәһе рәйесе Ришат Аллағужин, тура эфирҙағы тапшырыуҙа сығыш яһап, бөгөн күп төбәктәрҙә экология мәсьәләләренең өҫтөнлөклө булыуын билдәләне. Башҡортостанда ла экологик проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бирелә.
"Ике сәғәтлек акцияла ҡалабыҙҙы таҙараҡ, күркәмерәк итергә, кешеләрҙең иғтибарын экология проблемаларына йүнәлтергә тырыштыҡ", – тине ул.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының бүлек начальнигы, “Йәшел Башҡортостан” проекты авторы Ринат Фәтҡуллин әйтеүенсә, был акция уртаҡ тырышлыҡ менән донъяны таҙараҡ итергә һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға тос өлөш индерергә мөмкинлек бирә.
Фото: ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/361752/
Сығанаҡ: ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/361752/